Боҙ ҡалын түгел

Тулыраҡ: Боҙ ҡалын түгел

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре йылға-күлдәрҙә боҙ ҡалынлығын тикшерҙе. Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһында, Сипайлово тирәһендә Ҡариҙел йылғаһында боҙ ҡалынлығы ни бары 2-5 сантиметр ғына. Күлдәрҙә иһә хәл икенсерәк-7-10 сантиметр тирәһе. Белгестәр боҙ 10 сантиметрҙан ҡалын булғанда ғына балыҡ тоторға мөмкин, тип иҫкәртә.