Республикала киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр артҡан

Тулыраҡ: Республикала киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр артҡан

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошондай хәл йыл һайын һыуыҡтар төшөү менән күҙәтелә. Ведомствонан белдереүҙәренсә, әлегә, грипп йоҡтороусылар теркәлмәгән. Башҡортостанда прививкалау кампанияһы дауам итә. Әлегә 1 миллион 700 мең самаһы кеше вакцинацияланған. Халыҡтың яртыһынан күбеһе федераль бюджет иҫәбенә прививкаланған. Зөлхизә Хәликова бер-нисә көн элек тымау тейҙергән. Температураһы күтәрелә башлағас, табипҡа мөрәжәғәт итергә булған.Грипп ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һап-һау кешене лә аяҡтан йығыуы ихтимал. Баш сатнап ауыртһа, күҙҙәр, мускулдар, быуындар һыҙлаһа, ҡапыл температура күтәрелһә — был грипптың төп билдәләре, ти белгестәр.Декабрҙең тәүге ун көнөндә төбәктә ун ете меңдән ашыу кеше табиптарға мөрәжәғәт иткән. Уларға тымау тейеү, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған.Белгестәр әйтеүенсә, эпидемия ваҡытында йәмәғәт урындарында йөрөмәүең, дөйөм туҡланыу урындарында тамаҡ ялғамауың, ҡул биреп күрешмәүең хәйерле. Шулай уҡ гигиена талаптарын ҡәтғи үтәү, битлек кейеү, бүлмәләрҙе даими елләтеү, нормаль температура режимын һаҡлау ҙа зарур.Грипп һәм бүтән төр вирустарға бирешмәҫ өсөн С витаминын ҡабул итергә, танау ҡыуышлығын тоҙло һыу менән сайҡатырға, ... саф һауала йышыраҡ йөрөргә тәҡдим итә табиптар.