«Мәрхәмәт» Хәйриә фонды ойошторолоуға ете йыл тулды

Тулыраҡ: «Мәрхәмәт» Хәйриә фонды ойошторолоуға ете йыл тулды

Мөмкинлеге сикләнгән сабыйҙарға ярҙам иткән «Мәрхәмәт» Хәйриә фонды ойошторолоуға ете йыл тулды. Ошо уңайҙан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур сара үтте. Унда республиканың симфоник оркестры ҡатнашлығында билдәле артистар сығыш яһаны. Әллә күпме йырсыларҙың йырҙарын яттан белгән, үҙе лә йырларға яратҡан София Журавлева «Мәрхәмәт» хәйриә ойошмаһы үткәргән концертҡа килеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Мөмкинлеге сикләнгән сабыйҙарға күп төрлө ярҙам күрһәткән, изге эштәр башҡарған «Мәрхәмәт» хәйриә ойошмаһы концерт үткәреп, зал тулы халыҡ йыйҙы. Сарала тамашасылар өсөн республиканың симфоник оркестры ҡатнашлығында илдең иң көслө тауышлы ҙур театр солистары сығыш яһаны. Дирижер булараҡ концерт программаһын Раушан Яҡупов алып барҙы.Быйыл Мәрхәмәт хәйриә ойошмаһы ете йыллығын ҡаршылай. Теүәл ете йыл ойошма әллә күпме балаға ярҙам күрһәткән, аяҡҡа баҫтырған. Мәрхәмәт һүҙе изге күңелле, ярҙамсыл тигәнде аңлата. Һәр кем был изге эшкә ҡушыла ала. Әйткәндәй, сарала йыйылған аҡса балалар үҫеше үҙәктәренә йүнәлтеләсәк. Ете йыл дауамында «Мәрхәмә»т Хәйриә ойошмаһы күләмле проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 170 миллион һумдан ашыу аҡса тотонған. Алдағы йылдарға ла яңы пландар менән янып йәшәй улар.Республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов та мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡанда төшөрөлгән фотоһүрәттәре менән танышып сыҡты. Ете йыл эсендә «Мәрхәмәт» Хәйриә ойошмаһы ниндәй генә изге эштәр эшләмәгән. Тәү сиратта, кешенең хәлен яҡшыртыу өсөн, уны күңел күҙе менән күрә белергә кәрәк. Һәр кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған “Мәрхәмәт” Хәйриә орйошмаһы артабан да йәшәйәсәк һәм сәскә атасаҡ.