Бер нисә йыл эсендә республиканың тиҫтәләгән район ҡалаһында проект сиктәрендә яңы юлдар, балалар майҙансыҡтары төҙөлдө. Өфө янындағы яңы микрорайондарҙа йылдан-йыл йорттар һаны арта. Тик күптәрендә инфраструктура үҫешмәгән. Яңы Йылҡыбай ауылындағы күп балалы ғәиләләр яҙлы-көҙлө юлһыҙ интегә. Бер-нисә йыл ыҙаланыуҙан һуң, ауыл халҡы был мәсьәләне үҙ ҡулына ала.Ошондай уҡ проектта күрше Иҫке Йылҡыбай ауылы ла әүҙем ҡатнаша. Ярты йыл эсендә ауыл халҡы кәрәкле сумманы йыйғандан һуң, балалар майҙасығын төҙөгән. Был программа беренсе тапҡыр Урал аръяғы райондарында 2014 йылда старт ала. Бөгөн проект республиканың бөтә район һәм ҡалаларында ла киң билдәлелек алды. Базилевка ауылындағы балалар майҙансығын көҙ айҙарында файҙаланыуға тапшырала. Уның хаҡы 1 миллион 260 мең һум. Шуның 150 мең һумын ауыл халҡы йыя. Проектарҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаның төп өлөшө республика ҡаҙнаһынан бүленһә, бер өлөшөн муниципалитет һәм бағыусылар бирә. Халыҡ та үҙ өлөшөниндерә. Бөтә проектар ҙа конкурс нигеҙендә һайлап алына.Киләһе йылда субсидия күләме тағы ла 100 миллион һумға артырыласаҡ. Бер проектка бюджеттан 1 миллион һумғаса аҡса ҡаралған.
Башҡортостанда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы киң билдәлелек ала
Тулыраҡ: Башҡортостанда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы киң билдәлелек ала