Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Путин телефон аша Дональд Трампҡа рәхмәт белдерҙе. Ул Ҡушма Штаттар етәксеһе Рәсәй президентына террорсыларҙың Санкт-Петербургта Ҡазан ҡорамын шартлатырға йыйыныуы тураһында хәбәр иткән. Үҙәк тикшереү идаралығынан алынған мәғлүмәт тикшерелгән һәм биш кеше ҡулға алынған.

Михаил Саакашвили ойошторған “Импичмет өсөн марш”ында ҡатнашыусылар Киев уртаһында Октябрь һарайының ишектәрен емереп эскә үткән һәм штаб төҙөүе тураһында хәбәр иткән. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙы ҡыуыу өсөн полиция күҙҙән йәш сығара торған газ, огнетушителдәр ҡулланған.

Террорға ҡаршы милли комитет Дағыстанда төрлө енәйәттәргә ҡағылышы булған өс кешене юҡ итеүе тураһында хәбәр итте. Шәхси йортта ҡасҡан енәйәтселәр федераль именлек хеҙмәтенең махсус операцияһы ваҡытында юҡ ителгән. Террорсылар йәшәгән йортта ҡорал, боеприпастар һәм гранаталар табылған.

Калифорнияла урман янғындары ҡотора. Әле бында 1 мең квадрат километрҙа урман яна. Көслө ел сәбәпле, бик күп йорттар көлгә әйләнгән. Утты һүндереүгә 32 вертолет һәм мең берәмек техника йәлеп ителгән.