Хәҙер йәмғиәттә яулыҡ ябынған, оҙон еңле һәм оҙон итәкле зауыҡлы күлдәк кейгән гүзәл заттарҙы йыш осратырға мөмкин. Донья модаһы индустрияһы ла ошоно иҫәптә тотоп, мосолман кейемдәренә иғтибарын арттыра. Хәҙер Өфөлә лә билдәле бренд, авторлыҡ коллекияларын тәҡдим иткән кибеттәрҙе осратырға мөмкин. “Планета” сауҙа-күңел асыу комплексында урынлашҡан был кибет эргәһенән тыныс ҡына үтеп булмай. Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ образдар бер ҡарауҙан үҙенә йәлеп итә. “Хәйерле иртә, республика” программаһында сыҡҡан “Ислам нуры” рубрикаһын алып барыусы Илмира Арыҫланова ла тап ошо брендты үҙ иткән. Яғымлы, ихлас, асыҡ йөҙлө һатыусылар һәр гүзәл заттың һорауын күҙ уңында тотоп, һеҙгә генә килешкән кейемде һайларға ярҙам итә. Ә инде кейемдәргә килгәндә туҡымаларҙың сифаты, зауыҡлы биҙәлеше, нәзәкәтле тегелеше, төҫтәр балҡышы йәһәтенән улар хатта бик талапсан һатып алыусыларҙың да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Резеда Сөләймән – ул бөтә ил буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөйөүен яулаған бренд. Улар кейемдәрҙең заманса өлгөләрен мосолман стиленә күсереп, өр-яңы, үҙенсәлекле, ғәҙәти булмаған дизайн барлыҡҡа килтерә. Яулыҡтар, күлдәктәр, итәктәр, блузкалар – ассортименттың төрлөлөгөнән күҙҙәр йүгерә. Бында көндәлектә, эшкә, шулай уҡ байрамдарға кейергә лә әйбер табырға була. Әйткәндәй, Резеда Сөләмәйнованың авторлыҡ коллекцияһына интернет аша ла заказ бирергә мөмкин. Сайтҡа инеп, тауарҙарҙың ассортименты, составы һәм хаҡы менән дә танышырға була. Ә инде үҙ күҙегеҙ менән күреп, тотоп ҡарап алғығыҙ килһә, Өфөлә “Планета” сауҙа һәм күңел асыу комплексының -1 ҡатында урынлашҡан “Резеда Сөләймән” кибетенә рәхим итегеҙ.
Бар донъяға мосолман модаһын танытыусы
Тулыраҡ: Бар донъяға мосолман модаһын танытыусы