Янғындар арта

Тулыраҡ: Янғындар арта

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы янғындар артыуға борсолоу белдерҙе. Ҡағиҙәләрҙе инҡар итеү йәки теүәл үтәмәү сәбәпле үлемесле осраҡтар йышая.Бөгөн Булгаков ауылы янында кафе янып китте. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ут бинаны тулыһынса тиерлек ялмап алған. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Был ут төртөүме әллә янғын әлеге лә баяғы шул ҡағиҙәләрҙе үтәмәү сәбәпле сыҡҡанмы икәнен тәфтишселәр асыҡлаясаҡ.