Республиканың Йәмәғәт палатаһы ойошторған ваҡытлы эшсе комиссия үткәргән тикшереүҙәр буйынса ошондай һығымта яһалды.Республикала дәүләт һәм туған телдәрен үҫтереү тураһындағы закондарҙың үтәлешенә йәмәғәт тикшереүе 14 ҡала-район биләмәһендә урынлашҡан 100 учреждениела ике ай дауам иткән. Йәмәғәт Палатаһы ағзалары ошо башҡарылған һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлап киләһе осорға бурыстар билдәләне. Тәү сиратта улар Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы Дәүләт Программаһы проекты буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыуҙы һәм телдәр сәйәсәтен артабан бойомға ашырыуҙы күҙ уңында тота.
Башҡортостанда телдәр өйрәнеүҙә закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән
Тулыраҡ: Башҡортостанда телдәр өйрәнеүҙә закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән