- Мысыр Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының именлек шураһына Иерусалимдың статусын һәм демографияһын үҙгәртеүгә бәйле барлыҡ ҡарарҙар юридик көскә эйә түгел, тигән документ тапшырҙы. Ҡушма Штаттар Иерусалимды Израилдың башҡалаһы тип танымау тураһындағы резолюцияға ҡаршы тауыш бирҙе. Америка вәкиле белдереүенсә, Мысыр документына ҡаршы сығыу Яҡын көнсығыштағы хәлде көйләүҙә Ҡушма Штаттарға ярҙам һәм Америка мөстәҡиллеген яҡлау йәһәтенән эшләнгән.
- Американың Вашингтон штатында поезд рельстарҙан сыҡҡан. Кәм тигәндә 77 кеше дауаханаға һалынған. Йығылған вагон юлды ҡаплаған, 7 автомобилгә зыян килтергән.
- Владивостокта йәшәүселәр циркта тамаша ҡарағандан һуң үтә лә һимеҙ арыҫландарҙың фотоларын интернет селтәренә һалған. Социаль селтәрҙә ултырыусылар аптырауын йәшермә. Зоологтар хайуандарҙы тотоу билдәләнгән ҡағиҙәләргә һәм нормаларға тап килеүен тикшереүҙе һорау хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла мөрәжәғәт иткән.
- Тайғаҡ боҙҙа боланды ҡотҡарыу операцияһы. Шаһиттар ҡотҡарыусыларға туңған күлдә боландың икенсе яҡ ярға сыға алмауы тураһында хәбәр иткән. Ҡотҡарыусылар хайуанды махсус саналар ярҙамында ярға этеп сығара.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре