Сираттағы экспедиция ваҡытында билдәле хирург, профессор Эрнст Мулдашев ошо һорауға яуап эҙләне. Учалы районы Ахун ауылы янында „Таш кешеләрҙе” өйрәнгәс ғалим таш ишетә, күрә, үрсей, хатта урындан-урынға күсеп йөрөй ала, тигән һығымтаға килгән. Таштар ниндәй сер һаҡлай? Ниһәйәт, мөғжизәле, серле сәйәхәтебеҙ башлана. Хәҙер иһә ТАШ кешеләргә тиклем бер-ике саҡырым ҡар йырып атларға кәрәк. Ҡарайбыҙ инде, улар беҙҙе нисек ҡаршы алыр.Билдәле хирург, профессор Эрнст Мулдашевтың Башҡортостан буйынса экспедицияһы был юлы ТАШ кешеләрҙе эҙләүгә арналды. Бар донъяға танылыу алған офтальмологтың эҙләнеүҙәренә халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы – «Урал батыр» эпосы этәргес биргән.Ғалим ике эпосты сағыштырып ҡарай һәм уларҙың оҡшаш яҡтарын да асыҡлай. Икеһендә лә ер аҫты тормошо барлығында әйтелеүе Эрнст Мулдашевты уйға һала. Урал батыр эпосында халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте, йәшәү мәғәнәһе ята, ти Эрнст Рифҡәт улы. Таш кешеләрҙең Башҡортостанда ла булыуы ғалимды таң ҡалдыра. Үҙенсәлекле таштарҙы табырға уға Учалы районы Ахун ауылында йәшәүсе Рәсим Мөхәмәтшин ярҙам итә.Экспедиция барышында ғалимдар таштарҙың үҙенсәлекле формаларына иғтибар итте. 3 быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, улар мүк менән ҡапланмаған, шул килеш бер-береһенә берегеп тигәндәй һаҡланған. Бар таштарҙың да алғы өлөшө көнъяҡҡа ҡараған. Әйтерһең дә ниндәйҙер көс уларҙы ҡатып ҡалырға мәжбүр иткән, Эрнст Мулдашев.Учалы районындағы Ямантауҙы таш кешеләрҙең зыяраты, тип атай профессор. Сөнки унда бәләкәй-бәләкәй таш өйөмдәре ҙур тау барлыҡҡа килтереп бер береһенең өҫтөндә ята.
Таш кешеләр ҡасан терелер?
Тулыраҡ: Таш кешеләр ҡасан терелер?