Башҡорт Ҡыш бабайы бренды киң популярлыҡ яулай

Тулыраҡ: Башҡорт Ҡыш бабайы бренды киң популярлыҡ яулай

Белгестәр Яңы йыл алдынан Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙы ҡунаҡҡа саҡырыу хаҡын иҫәпләгән. Ҙур ҡалалар араһында рейтингта Мәскәү беренсе урында. Бында Ҡыш Бабай хеҙмәттәре 3 мең 100 һумға баһала. Артабан-Санкт-Петербург. Ҡалала Яңы йыл алдынан бала күңелен күреү 2 мең 300 һумға барып баҫа. Исемлектә өсөнсө урында Өфө килә – республика баш ҡалаһында Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуҙы ҡунаҡҡа саҡырыу өсөн 1 мең 600 һум түләргә кәрәк. Иң арзан хаҡ иһә Пермь, Түбәнге Новгород һәм Красноярскиҙа. Рәсәйҙә әле егермегә яҡын милләттең үҙ Ҡыш бабайы һәм резиденцияһы бар. Беҙҙең төбәктә лә Башҡорт Ҡыш бабайы бренды киң популярлыҡ яулай. Республиканың төрлө тарафтарында тылсым эйәһенең төп йорто – тирмә формаһында эшләнә. Быйыл улар ҡайҙа урынлаша һәм төп тирмә ҡайҙа буласаҡ? Яңы йылдың төп персонажы, тылсым эйәһе Ҡыш бабайҙы балалалар түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Уны бер күреүҙән кескәйҙәрҙең күҙҙәре янып китә, йөҙҙәрендә йылмайыу балҡый. Мөғжизәгә ышанған һәр бала Ҡыш бабайға үҙенең һәләттәрен күрһәтергә тырыша. Бер туған Ғиндуллиндар уға махсус йыр ҙа әҙерләгән.Ҡыш бабайҙың янында, ғәҙәттәгесә, уның ейәнсәре Ҡарһылыу. Өҫтәүенә, быйыл Ҡышһылыу персонажын да индергәндәр. Башҡорт Ҡыш бабайының төп резиденцияһы – башҡорт тирмәһендә аҫаба халыҡтың тарихын сағылдырған көнкүреш һәм биҙәүес әйберҙәр, милли кейемдәр менән танышарға ла була. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда Ҡыш бабайҙың биш тирмәһе эшләй. Төп йорт Өфөлә, “Ватан” этнопаркында ҡуйылһа, тағы ла бер тирмәһен Бөрөлә әҙерләйҙәр. Уға “төнъяҡ тирмә” тигән исем бирелгән. Көньяғын — Стәрлетамаҡта, ә көнсығыш тирмәһен Белорет – Иҙелбашындағы Абҙаҡ тау саңғыһы базаһында төҙөйҙәр. Ә республиканың көнбайыш өлөшөндә тылсым эйәһенең резиденцияһы Ҡандракүлдә урынлашҡан.Башҡорт Ҡыш бабайының төп ҡунаҡ тирмәһе 25 декабрҙә үҙ эшен башлай һәм каникул буйына дауам итә. Бында балалар һәм бөтә ғаилә өсөн дә күңел асыу саралары, Яңы йылға арналған концерт тамашалары ойоштороласаҡ.