Һамар ҡалаһында урынлашҡан Волга буйы федераль округының хәрби суды коллегияһы "Хизбут Тахрир әл-Ислами" ойошмаһы ағзаларына хөкөм ҡарары сығарҙы. Салауат ҡалаһында эшләп килгән төркөм — былтыр фашланғайны. Тикшереү барышында уларҙың енәйәттәре иҫбатланып, 2 кеше — 16, икәүһе — 11 һәм береһе 12 йылға ҡаты тәртиптәге колонияға хөкөм ителде. "Хизбут Тахрир әл Ислами", йәғни Ислам ҡотҡарыу партияһы — Халыҡ-ара террор ойошмаһы. Уның эшмәкәрлеге, беҙҙең илдә — 2003 йылдан тыйылған.
Башҡортостанда йәшәүсе террорсылар хөкөм ителде
Тулыраҡ: Башҡортостанда йәшәүсе террорсылар хөкөм ителде