2018 йылда Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләү тәртибе үҙгәртелә

Тулыраҡ: 2018 йылда Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләү тәртибе үҙгәртелә

Уға ярашлы, фатир хужалары йылы өсөн йыл әйләнәһенә түгел, ә октябрҙән майға тиклем генә түләйәсәк. Бының өсөн йылы иҫәпләү приборҙары булыуы төп шарт. Тәүҙә был тәжрибә Өфө, Благовещен, Нефтекама һәм Ишембай ҡалаларында һынау үтәсәк. Бындай үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты — идарасы компаниялар яғынан урлашыу осраҡтарын туҡтатыу. Яңы тәртип буйынса йәйен кешеләр аҙыраҡ түләйәсәк, ә ҡышын сумма артасаҡ. Әле фатирҙы йылытҡан өсөн сығымдар 12 айға бүленгән.