Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты Кремлдә Сербия етәксеһе менән осрашты. Унда иҡтисади, хәрби һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ барҙы. Александр Вучич президент булып һайланғандан һуң Мәскәүҙә беренсе тапҡыр. Яҡтар ике арала тауар әйләнешенең, инвестициялар күләменең артыуын билдәләне.
  • Грецияның Родопи округын һыу баҫҡан. 20 кеше ҡотҡарылған. Ауыл хужалығына ҙур зыян килгән. Юлдар ябылған. Грецияның төнъяҡ-көнсығышында әле туҡтауһыҙ ҡойма ямғырҙар яуа.
  • Йеменда хөситтәр баш күтәргән. Уларҙың ҡулында Сәғүд Ғәрәбстанына осоп барып етәрлек ракеталар бар. Кисә Эр-Рияд утҡа тотолған. “Ансар Аллах” төркөмө етәксеһе иркен һәм бойондороҡһоҙлоғон тартып алған кешеләр ракеталар ярҙамында булһа ла сәғүд династияһы бастионына барып етте тип белдергән.
  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы 17 йылда мигранттар 50 процентҡа артҡан. Халыҡ Һиндостандан, Мексиканан күберәк күсеп китә. Ер шарында йәшәгән халыҡтын 4 процентҡа яҡынына халыҡ-ара мигрант статусы бирелгән.