Өфөлә йәшәүсе ун йәшлек Матвей Радченконың хайуандар тураһында яҙылған икенсе китабы донъя күрҙе. Билдәһеҙ сир менән яфаланған сабый үҙ ижад емешен һатып, шифаханала дауаланыу өсөн аҡса эшләргә хыяллана. Матвейҙың китабын һатып алырға теләүселәр беҙҙең редакцияға шылтырата ала. Бесәй менән эттең ҡыҙыҡ-мәҙәктәре тураһында яҙылған әкиәттәрҙе Матвей Радченко үҙе уйлап сығарған. Бер көн эсендә икешәр әкиәт ижад итергә өлгөргән ун йәшлек кенә Матвейҙың быйыл китабы донъя күрҙе.Матвей иң тәүге әкиәтен дауаханала ижад итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул сабый сағынан билдәһеҙ сир менән ауырый. Уйламаған ваҡытта уның шәкәре түбәнәйә, шунлыҡтан, тиҙ хәле бөтә, башы әйләнә. Әллә күпме дауахана тупһаһын тапаһа ла, төрлө табиптарҙа тикшерелһә лә, һаман аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмайҙар. Матвей өс йыл элек минераль һыуҙар менән дә дауаланып ҡарай. Тап ошо һыуҙарҙан һуң ғына хәлем яҡшыра башланы, ти ул. Шифаханаға барыу өсөн уға хәйриә ойошмалары ярҙам итә, бер нисә тапҡыр үҙҙәренең аҡсаһына ла баралар. Әммә минераль һыу менән дауаланыу өсөн яҡынса йөҙ мең һум аҡса кәрәк. Киләһе йылда ла шифаханаға барып дауаланыу өсөн Матвей әкиәттәр тупланған китабын һатып, аҡса йыйырға өмөтләнә. Шуға ла ижад итеү– уның өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, ә эш тә. Бынан тыш, ҡәләм оҫтаһы тағы ла күп хыялдар менән янып йәшәй.Әйткәндәй, йәш яҙыусының иң тәүге әкиәттәрен билдәле музыкант Алексей Кортнев күреп ҡалған. Тап ул китапты баҫтырып сығарырға ярҙам итә лә инде. Өсөнсө класта ғына уҡыған Матвей ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике китап сығарып өлгөргән. Әле иһә ул эттәр тураһындағы роман өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ йәнлек-хайуандарҙан тыш, киләсәктә ул дуҫы тураһында хикәйә яҙырға хыяллана.
Ун йәшлек бала ниңә китап яҙа башлаған?
Тулыраҡ: Ун йәшлек бала ниңә китап яҙа башлаған?