Башҡортостанда йәшәүсе программист Инстаграмм, ютубҡа алмаш уйлап тапҡан

Тулыраҡ: Башҡортостанда йәшәүсе программист Инстаграмм, ютубҡа алмаш уйлап тапҡан

Интернет сервис видеоларҙы бәйләп роликтар эшләргә һәләтле. Ресурсты социаль селтәр булараҡ та, ҙур материалдарҙы һаҡлау маҡсатында видеохостинг урынына ла ҡулланырға мөмкин. Рөстәм Салауатов һөнәре буйынса программист, әммә видеокамераһын ул һәр саҡ үҙе менән йөрөтә. Ҡыҙыҡлы саралар, ғаилә мәжлестәренең барыһы ла объективта. Видеолар күбәйеп киткәс, уны тиҙ арала монтажлау мәсьәләһе тыуа. Ҡулланыуҙа ул бик ябай. Сервис тәү сиратта видеоны монтажлау, бер-береһенә бәйләү, эшкәртеү, музыка ҡушыу оҫталығы булмағандар өсөн уңайлы. Әле Лайф фильм сервисында Рәсәй һәм сит илдәрҙән 500 меңдән ашыу кеше теркәлеү үткән. Көнөнә кәмендә 1-2 мең яңы ролик эшләнә. Тик ресурстың компьютер вариантында ғына булыуы ҡулланыу мөмкинлектәрен сикләй, киләсәктә мобиль ҡушымта булдырыға ниәтләй проект авторы. Идеяны ғәмәлгә ашырыу өсөн оҙаҡ эшләргә һәм эҙләнергә тура килә. Башҡортостанда Ай Ти проекттар майҙансығы булмағанлыҡтан сервистың программаһын да улар Яр Саллы ҡалаһындағы коворкинг үҙәгендә яҙа. Хәҙер Рөстәм үҙе кеүек стартаперҙарға айырым майҙансыҡ булдырыу өҫтөндә эшләй. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында урынлашасаҡ коворкинг үҙәге яңы йылдан асылырға тейеш.Тиҙҙән Башҡортостандың да ай ти технологиялар тармағында үҙ урыны буласаҡ. Ә башланғыс өсөн янып йөрөгән Рөстәмдең Лайф фильм проекты менән әле сит ил инвесторҙары ҡыҙыҡһыныуын белдергән.