Стәрлебашта район хакимиәте башлыгы бүләгенә милли көрәш буйынса турнир үтте

Тулыраҡ: Стәрлебашта район хакимиәте башлыгы бүләгенә милли көрәш буйынса турнир үтте

Унда Ишембай, Миәкә, Бишбүләк, Стәрлетамак, Стәрлебаш райондарынан 90 көрәшсе ҡатнашты.Шәхси беренселектә Стәрлебаштарға етеүсе булманы. Командалар арасында үҫмерҙәр төркөмөндә лә Стәрлебаш районы — беренче, Ишембай районы — икенсе, Бишбүләк районы өсөнсө булды. Өлкәндәр араһында ла, шулай ук, хужалар еңде, ә Ишембай районы-икенсе, Миәкә районы-өсөнсө. Еңеүселәргә грамоталар, медальдәр, кубоктар һәм акчалата бүләктәр тапшырылды. Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туктаров спортсыларга ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм киләһе алыштарҙа ла яҡшы сығыш яһауһарын теләне.