Тик бындай түбән ставкаға махсус программала ҡатнашыусылар ғына өмөт итә ала. Һүҙ Жилстройсбережения, йәғни, торлаҡ төҙөлөшө өсөн тупланма тураһында бар. 2014 йылда эшлай башлаған программала ҡатнашыусыларҙың тәүгеләре был көндәрҙә дәүләт ярҙамын ала башланы ла инде. Таһировтар яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршы алырға йыйына. Буласаҡ торлаҡ хаҡында улар 3 йыл элек хәстәрләй башлай. Республикала фатир алыуға алдан аҡса йыйыу программаһы булыуы хаҡында белеп банкка документ тапшыралар.Шарт буйынса торлаҡ алыуға тәүге түләүҙе туплар өсөн банкка ай һайын аҡса һалып барырға кәрәк. Дәүләт уға 30 процент субсидия өҫтәй. Әммә ул 3 мең һумдан да артмай. 3 йә 6 йыл үткәс йыйылған аҡсаны торлаҡ алыуға тотонорға мөмкин. Ошо уҡ суммаға банк 7 процент менән ипотека бирә. Был аҡсалар фатир алыуға етмәһә ҡалған өлөшөн айырым ипотека йә ҡулаҡса менән түләргә мөмкин. 2014 йылдан башланған программала әле 7 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шуларҙың 500-гә яҡыны тупланмаларын торлаҡ алыуға тотонған да инде.Үҙәк банк ставкаларының кәмеүен иҫәпкә алып киләсәктә программа буйынса ипотека процентын 4-5 процентҡа тиклем кәметеү мәмкинлеге өйрәнелә.Торлаҡ өсөн тупланма программаһында ҡатнашыусы Таһировтар яңы ғына өйләнгән кесе улдарына фатир алырға ярҙам иткән. Башҡаса аҡса туплау ауыр булыр ине, ти йәштәрҙең әсәһе.
Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн ипотека 4-5 процентҡа тиклем кәмеүе ихтимал
Тулыраҡ: Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн ипотека 4-5 процентҡа тиклем кәмеүе ихтимал