Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Америка конгрессмендары Раштыуаға үҙенсәлекле бүләк яһаған. Улар “һалым реформаһы” тураһындағы законды хуплаған. Хәҙер бизнес өсөн һалым ставкаһы 14 процентҡа кәметелә.
  • Камчаткала Безымянный вулканы атылған. Көл 15 километр бейеклеккә күтәрелгән. Ҡурҡыныс биләмәнән туристарға китергә ҡушылған. Безымянный ер шарында иң әүҙем һәм ҡеүәтле вулкандарҙың береһе.
  • Мәскәүҙә Яңы йылға шыршыларҙы ҡуртымға алырға тәҡдим итәләр. Был акцияны башлаусылар байрамдан һуң уларҙы йыйып алып кире ултыртырға вәғәҙәләй.
  • Селфиччино. Лондонда кофеның яңы төрө тәҡдим ителә. Махсус ҡоролма ярҙамында һөт күбегенә һәр кем үҙенең һүрәтен төшөртә ала.