Өфөлә балалар өсөн төп яңы йыл шыршыһы үтә

Тулыраҡ: Өфөлә балалар өсөн төп яңы йыл шыршыһы үтә

Унда 800-гә яҡын бала ҡатнаша. Улар араһында уҡыу алдынғыһы Эльвина Хафизова ла бар. Ульяна исемле ҡусҡар Эльвинаның дуҫы ғына түгел, ә ғилми тикшеренеүҙәр объекты ла. Йәш ғалимә уның көнитмешен күҙәтеп, төрлө тәжрибә үткәрә. Шулай уҡ, 10 йәшлек ҡыҙ республиканың төрлө тарафтарынан үҙенсәлекле таштар йыйып, уларҙың исемен, сифатын билдәләй.Эльвина мәктәптә лә бөтә предметтар буйынса яҡшы билдәләргә өлгәшә. Иң оҡшаған фәндәре — башҡорт, рус һәм инглиз теле. Эҙләнеү эштәре үткәреп, Рәсәй, халыҡ-ара олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Хатта ижади яҡтан да уға һәләтте лә йәлләмәгән Хоҙай. Эльвина һүрәт төшөрөргә, бейергә-йырларға әүәҫ.Уҡыу алдынғыһы, бар яҡлап та өлгөр, тырыш ҡыҙ быйыл Республика шыршыһына саҡырыу алған. Республиканың төп шыршыһында ҡатнашыу мине яңы эштәргә дәртләндерәсәк, көс бирәсәк, ти уңған ҡыҙ.