Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Папуа-Яңы Гвинея ярында бынан бер быуат элек юғалған һыу аҫты кәмәһе табылған. Шулай итеп, 20-се быуаттың иң ҙур сере 100 йылдан һуң, ниһәйәт, сиселде.
  • Австралияның Мельбурн ҡалаһында джип йәйәүлеләрҙе тапатҡан. Полиция енәйәттә шикләнеүселәр был аҙымға алдан әҙерләнгән, тип хәбәр иткән. Водитель ҡулға алынған.
  • Бразилия хәрбиҙәре Рио-де-Жанейрола ауыр техника ярҙамында 2 мең берәмек ҡоралды юҡ иткән. Уның бер өлөшө халыҡты ҡоралһыҙландырыу программаһы сиктәрендә ирекле рәүештә тапшырылған булған.
  • Воронеж дәүләт университеты инженерҙары күҙ ҡарашы менән идара итеп булған коптер эшләгән. Аппарат махсус хеҙмәттәр өсөн эшләнгән.