Филлипиндарҙың Давао ҡалаһында сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында кәм тигәндә 37 кеше һәләк булған. Янғын мебель, өҫ кейеме һәм көнкүреш техникаһы һатҡан ҡатта сыҡҡан. Бер-нисә минут эсендә ут сауҙа үҙәген ялмап алған.
Бөйөк Британияла Америка һәм Төнъяҡ Корея символикаһы төшөрөлгән фейерверктар һата башлағандар. Был шау-шыу авторҙары фекеренсә, ошондай үҙенсәлекле ысул менән булһа ла ике ил араһында килеп тыуған ҡатмарлы хәлде милли лидерҙар һүрәте төшөрөлгән фейерверктарҙы һауаға осороп көйләргә кәрәк.
Һиндостандың Раджастхан штатында Банас йылғаһына күперҙән автобус ҡолаған. 32 кеше һәләк булған. 15 кеше йәрәхәтләнгән. Автобус 34 пассажир һыйҙырышлы булған, тип хәбәр ителә.
Белградта халыҡ ҡала уртаһына ҡуйылған шыршының хаҡы 83 мең евро икәнен белеп ҡалғас янъял ҡупҡан. Оппозиция ҡала хакимиәттәрен коррупцияла ғәйепләгән. “Был донъялағы иң ҡиммәтле шыршы. Белградта йәшәүселәрҙе мыҫҡыл итмәгеҙ,”-тип белдергән оппозиция лидерҙарының береһе. Шулай итеп, шыршы янына ҡыш бабай менән Ҡарһылыу түгел, ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар килгән.