Бөгөн Өфөнән Мәскәүгә Кремль шыршыһына махсус самолет осто

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөнән Мәскәүгә Кремль шыршыһына махсус самолет осто

Илдең баш ҡалаһына юлланған был лайнер пассажирҙарының барыһы ла балалар. Улар Рәсәй Президенты шыршыһы байрамына саҡырыу алғайны. Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә һәм башҡа бихисап район-ҡалалар. Мәскәүгә юлланған уҡыусылар республиканың төрлө төбәктәренән. Илдең төп шыршы байрамына улар осраҡлы һайлап алынмаған. Уҡыуҙа ғына түгел, улар спортта, мәҙәниәт һәм ғилми эштәрҙә лә алдынғы. Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа был үҫмерҙәр ҙур уңыштарға өлгәшкән. Яңы йыл мөғжизәһе уларға бөгөн башлана. Иң беренсеһе – әлбиттә, көмөш ҡанатлы тимер ҡошта осоу. Өфөнән Мәскәүгә юлланған махсус рейс бортына эләгеү үҙе бер әкиәткә тиң. Икенсе мөғжизә – ул илдең баш ҡалаһы буйлап сәйәхәт итеү. Ҡыҙыл майҙан, башҡа иҫтәлекле урындарҙа булыу – Ҡыш бабай бүләге. Ә Кремль һарайындағы шыршы байрамына иһә ил субьекттарынан ете меңдән ашыу бала киләсәк. Уларҙың барыһын да яңы йыл тамашаһы һәм Ҡыш бабай бүләге көтә. Башҡортостандан быйыл Кремль шыршыһына саҡырыу алған делегация 114 баланан тора. Уҡыу алдынғылары менән бергә байрамға социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың сабыйҙары ла бар.