Учалы районында һаулыҡты нығытыу өсөн марал мөгөҙҙәрен ҡулланалар

Тулыраҡ: Учалы районында һаулыҡты нығытыу өсөн марал мөгөҙҙәрен ҡулланалар

Алтайҙан килтерелгән боландарҙы хужалыҡ мөгөҙҙәре өсөн аҫырай. Баҡтиһәң, улар һаулыҡ өсөн бик файҙалы икән. Учалы районында маралдарҙы өсөнсө йыл рәттән үрсетәләр. Улар мөгөҙҙәре менән ҡиммәтле. Маралдарҙың ваҡланған мөгөҙөндәге онтаҡтар ярҙамында бик күп ауырыуҙарҙан арынырға мөмкин.Белгәстәр раҫлауынса, марал мөгөҙҙәренең онтағын ҡушып әҙерләнгән ванна быуындар һыҙлауын, псориазды бөтөрә. Ә уның төнәтмәһе йөрәк, ҡан-тамырҙары, аҙ ҡанлылыҡ, баш әйләнеүе, бөйөрҙә таш булғанда ҡулланыла.Йәш марал мөгөҙөнән эшләнгән онтаҡта ғына файҙалы һәм туҡлыҡлы матдәләр йыйыла, ти белгестәр. Тармаҡланған мөгөҙлө маралдар матурлыҡ өсөн аҫырала. Был икешәр йәшлек маралдарҙы быҙау саҡтарынан уҡ ҡулға өйрәтеп үҫтергәнлектән.......улар эргәһенә яҡын барырға, яратырға, хатта ҡулдан ашатырға ла мөмкин.