Башҡортостан ғалимдары атмосфералағы һауа сифатын тикшереү ҡоролмаһын уйлап тапҡан

Тулыраҡ: Башҡортостан ғалимдары атмосфералағы һауа сифатын тикшереү ҡоролмаһын уйлап тапҡан

Өфө дәүләт нефть техник университетында йыйылған комплекс ярҙамында һауаның ниндәй матдәләр менән бысраныуын, хатта уларҙың ҡайҙан сыҡҡанын асыҡларға мөмкин. Автоматлаштырылған тәүге станция университет биләмәһендә асылды. Черниковка биҫтәһендәге һауалағы азот, углерод, көкөрт, аммиак миҡдары, һәм тағы ла тиҫтәләгән төр химик элементтарҙың барыһы ла экранда. Проект авторы билдәләүенсә, станцияның мейеһенә һалынған программа тикшереү сифатын 100 процентҡа тиклем еткерергә мөмкинлек биргән.Комплекс сит ил аналогтарынан 1 ярым тапҡырға осһоҙ килеп сыҡҡан. Төбәктә әле атмосфералағы һауа сифатын тикшереүсе 4 оҡшаш станция эшләп килә. Республика биләмәһендә экология торошон теүәл асыҡлау өсөн тағы ла 13-14-те ҡуйырға кәрәк. Нефть эшкәртеү, газ һәм химия сәнәғәте үҫешкән һайын экологияға баҫым да арта. Миҫал артынан алыҫ йөрөргә түгел, ике аҙна элек Өфөнө баҫып алған томан да завод торбаларынан сыҡҡан төтөн. Тик сәбәпсеһен асыҡлау күп осраҡта ауырға төшә.Атмосфералағы һауа торошон теләһә ниндәй урында тикшерә алыр өсөн университет ғалимдары пилотһыҙ осоу аппаратын да уйлап сығара. Уға һауа өлгөләрен ала торған ҡоролма ҡуйыла һәм ул 10 километр радиусҡа тиклем оса ала.Был үҙ сиратында һауаның сифатын һәм зарарлы матдәләр булһа ҡайһы яҡтан килгәнен тиҙ арала асыҡлау мөмкинлеген бирә.Университет базаһында урынлаштырылған комплекс Өфөнөң экологик яҡтан иң хәүефле Черниковка микрорайонында һауа таҙалығын даими тикшереп торасаҡ. Бөтә күрһәткестәр күҙәтеүсе органдарға ла асыҡ буласаҡ.