- Тымыҡ океан флотының диңгеҙ авиацияһы күнекмәләр үткәрҙе. Рәсәй оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, легенда буйынса шартлы дошман ролен үтәгән Ту-160 бомбардировщигы Камчаткала Кура полигонында урынлашҡан сәпкә ҡанатлы ракеталар осора. МиГ-31 истребителдәре авиһөжүмде кире ҡаҡҡан.
- Мәскәүҙә “Славян бульвары” метроһы станцияһынан йыраҡ түгел пассажир автобусының йәйәүлеләрҙе тапатыу мәлен видеокамералар төшөрөп алған. Транспорт тәүҙә тротуарға сыға һәм ер аҫты үткәүеленә йүнәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәлә кәм тигәндә 5 кеше һәләк булған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
- Польша президентына һарыҡ нимә әйтергә уйлаған икән? Варшава полицияһына президент һарайы янында йөрөгән һарыҡ артынан югерергә тура килә. Мал раштыуа байрамы уңайынан үткәрелгән байрамдан ҡасҡан тип хәбәр ителә.
- Ҡытайҙың Хэбэй виләйәтендә донъялағы иң ҙур быяла күпер төҙөгәндәр. 70 тонналыҡ күперҙең оҙонлоғо 488, киңлеге 2 метр. Ҡалынлығы 4 сантиметрлыҡ 1 мең быяла панелдән тора. Унан һәр кем дә үтә алмай. Бейеклектән ҡурҡыусыларға быяла күпергә сығыу бөтөнләй кәңәш ителмәй. Ҡытайҙа ошондай бер-нисә күпер бар. Быға тиклем Хунань виләйәтендә лә 430 метрлыҡ быяла күпер асылғайны.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре