Учалы районы халҡы ла хәҙер беренсе мультиплексҡа ингән телевидение һәм радиотапшырыуҙарын сифатлы форматта ҡарай һәм тыңлай аласаҡ. Әйткәндәй, ошондай станциялар республика буйынса 216 урында булдырылыу күҙаллана. Был техник ҡоролмалар ҙур телевизион башняның өлөштәре. Уларҙы туплап йыйғас, тауҙың иң башына ҙур вышка ҡуясаҡтар. Урындағы халыҡ тиҙҙән сифатлы һәм заманса форматта телевидение һәм радио тапшырыуҙарын ҡарай, тыңлай аласаҡ.Юғары сифатта ғына түгел, ә федераль телеканалдарҙан тапшырыуҙарҙы бушлай ҡарарға мөмкин. Беренсе мультиплексҡа ингән Рәсәй 1 телеканалында ла башҡорт телен үҫтереү йәһәтенән дә мөмкинлектәр ҡырҡа киңәйә. Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылындағы Ауыштау тауының иң осонда телевышка ҡуйылды. Әле иһә Ураҙ, Учалы, Буйҙа һәм Миндәк ауылдарында йәшәгән 14 мең кеше цифрлы телевидение тапшырыуҙарын ҡарай. Иң беренсе цифрлы телевидение 2015 йылда Белорет ҡалаһында булдырыла. Ошондай станцияларҙы республика буйынса 216 урында төҙөү ҡаралған. Илдә телеканалдар бер-нисә мультиплекста берләшәсәк. Мультиплекс-ул бер йышлыҡта тапшырылған телеканалдар йыйылмаһы. Шулай итеп, беренсе мультиплексҡа ингән Рәсәй телеканалы һанлы тапшырыу дәүеренә күсә. Беренсе мультиплекс ун телевидение каналы менән бер рәттән, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Хәбәрҙәр ФМ” һәм “Маяк” радиоларын үҙ эсенә ала. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында барған һуңғы хәбәрҙәр, төрлө тапшырыуҙар халыҡҡа бер ниндәй ҡамасауһыҙ барып етәсәк. Бының өсөн хужаларға антенна ҡуйырға һәм уны цифра ҡоролмаһына тоташтырырға кәрәк. Әле иһә цифрлы телевидение сигналдарын тапшырыу өсөн 196 телевышка сафҡа индерелгән.Әйткәндәй, телеканалдарҙы хәҙер халыҡ бушлай ҡарай ала. Рәсәйҙә цифрлы телевизион селтәрҙәр төҙөүҙе 2018 йылда тамамлау ҡарала. Әле цифрлы телевидениены яҡынса дүрт миллион кеше ҡарай. Башҡортостан халҡы Рәсәй-1 Башҡортостан каналын да юғары һәм сифатлы форматта ҡарай ала.
Цифрлы телевидениеның сиктәре йәнә киңәйә
Тулыраҡ: Цифрлы телевидениеның сиктәре йәнә киңәйә