Инициатив төркөм Владимир Путинды президентлыҡҡа кандидат итеп күрһәтте

Тулыраҡ: Инициатив төркөм Владимир Путинды президентлыҡҡа кандидат итеп күрһәтте

Инициатив төркөмдөң Мәскәүҙәге “Рәсәй — минең тарихым” паркында үткән рәсми йыйылышында Владимир Путин президентлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелде. Төркөм ағзаларының һәр береһе ыңғай тауыш бирҙе. Ил етәксеһе вазифаһына үҙен үҙе тәҡдим итеүселәр өсөн инициатив төркөм ултырышының ҡарары мотлаҡ. Һуңынан документтарҙы Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырырға мөмкин. Мультимедия паркында ете йөҙләп кеше йыйылды. Үҙ кандидатын “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре, мәҙәниәт, медицина, мәғариф эшмәкәрҙәре, етештереү берекмәләрендә ҡатнашыусылар, спортсылар, йәмәғәтселек яҡлап сыҡты. Владимир Путин яҡлы инициатив төркөмгә “Справедливая Россия”, “Родина”, “Гражданская платформа” фирҡәләре лә инде. Был юлы һайлауға улар үҙ кандидатын тәҡдим итмәй. Артабан Владимир Путин төркөмдөң уны президентлыҡҡа кандидат итеп теркәүе тураһында юллау менән Үҙәк һайлау комиссияһына шәхсән мөрәжәғәт итергә бурыслы. Был 2018 йылдың 7 ғинуарына тиклем үтәлергә тейеш. Ил етәксеһенең матбуғат-секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Владимир Путин документтарҙы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағына яңы йылға тиклем тапшырырға йыйына. Комиссия иһә биш көн эсендә ҡарар сығарасаҡ.