Төбәктең 2017 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенең яҡынса йомғаҡтары иғлан ителде

Тулыраҡ: Төбәктең 2017 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенең яҡынса йомғаҡтары иғлан ителде

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов республика хөкүмәте президиумы ултырышын үткәрҙе. Ултырышта 2017 йылдағы эш һөҙөмтәләре һәм яңы йылға бурыстар билдәләнде. Төбәк етәксеһе иҡтисади һәм социаль өлкә күрһәткестәрен дөйөмләштергәндә йыл республика өсөн уңышлы үтте, тип белдерҙе. Сәнәғәт менән ауыл хужалығында үҫеш кимәле ике ярым процент тирәһе. Ойошмаларҙың тауар әйләнеше 9 процентҡа артҡан, инфляция күрһәткесе түбән – 101,2 процент. Төбәктә хеҙмәт хаҡы алты процентҡа күтәрелгән, әммә халыҡтың ғәмәли килеменең артыуына өлгәшелмәгән. Ул киреһенсә, 2,5 процентҡа кәмегән. Рөстәм Зәки улы был күрһәткестәрҙең яңы йылдан бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырғас, тигеҙләшеренә өмөт бағлай. Хеҙмәт баҙарында тотороҡлоҡ һөйөндөрә, эшһеҙҙәрҙең дөйөм иҫәбе биш, эшһеҙ булараҡ теркәлгәндәр араһында бер процентҡа түбән. Төҙөлөш һәм торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртыу талап ителә. Республикаға инвестициялар йәлеп итеү кимәле сирек процентҡа төшкән. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә 2018 йылда ошо өлкәләрҙәге мәсьәләләрҙе яңыраҡ хөкүмәт ултырышында ҡабул ителгән социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына ярашлы хәл итеү мөһим.