Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты Кремлгә илдең төп шыршыһына килгән балалар менән аралашҡан. Ҡорам майҙанында шыршы тирәләй әйләнгән балалар Владимир Путинды күреп ҡалыу менән уны уратып ала һәм төрлө һорауҙар яуҙыра башлай.
  • Ғыйраҡтың Мосул ҡалаһын “Ислам дәүләте” террорсыларынан азат итеүгә бер-нисә ай үтһә лә, ҡаланы тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе юҡ. Унда йәшәүселәргә матди ярҙам да күрһәтелмәй. Харабалар аҫтында һәләк булғандарҙың кәүҙәләре ята. Балалар металл тапшырып ризыҡ һатып алырға мәжбүр.
  • Киләһе йылдарҙа Төркиә лә, Украина ла Европа берлегенә ағза итеп алынмаясаҡ. Был хаҡта Германия сит ил эштәре белдергән. Төркиәлә хәл ҡырҡа үҙгәргән хәлдә лә, тығыҙ хеҙмәттәшлек тураһында ғына һүҙ йөрөтөргә мөмкин, тигән Германия министры.
  • Алыҫ көнсығыштағы бер-нисә төбәк көслө циклон аҫтында ҡалды. Сахалинда икенсе көн буран. Ел тиҙлеге секундына 40 метрға етә. Белгестәр алдағы көндәрҙә лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ, тип иҫкәртә.