Илдар Ғүмәровтың һәр көнө тиерлек бына ошондай сирена тауышынан башлана. Көн һайын ул кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға ашыға. 55-се махсуслаштырылған янғын һүндереү бүлегендә бер-нисә йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, егет меңләгән ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалған.Өфөнөң 55-се махсуслаштырылған янғын һүндереү бүлеге Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы. Бындағы аэромобиль төркөмдә үҙ эшен яҡшы белгән 100-ән ашыу белгес тупланған. Улар араһында хатта химик-доземетристар ҙа бар.Тыныс көндәрҙә лә ҡотҡарыусылар кешеләрҙең ғүмере, именлеге һәм сәләмәтлеге өсөн көрәшә. Бер көн эсендә генә кәм тигәндә 15 кеше ярҙам һорап шылтырата.Ҡотҡарыусыларға көн һайын тиерлек үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға һәм билдәһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарырға тура килә. Улар тәүлек әйләнәһенә уяулыҡты юғалтмай. Пилотһыҙ осоусы ҡоролма, йәғни квадрокоптер ҡотҡарыусыларҙың уң ҡулы. Уның аша урмандағы ҙур янғынды күреп өлгөрөргә ..... ш.у. юғалған кешеләрҙе лә эҙләргә мөмкин.
Бөгөн Рәсәй Ҡотҡарыусылары һөнәри байрамын билдәләй
Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәй Ҡотҡарыусылары һөнәри байрамын билдәләй