Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды

Тулыраҡ: Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды

Башҡортостандың баш ҡалаһы яңы йылды ҡаршыларға әүҙем әҙерләнә. Ҡаланы гирляндалар, төрлө төҫлө һындар, шыршылар, боҙ ҡаласыҡтары менән биҙәйҙәр. Менделеев урамының ихаталарының береһендә урынлашҡан боҙ ҡаласығы, хәҙер балалар ҙа ғына түгел, ә ата-әсәләрҙә лә байрам кәйефен уята. Совет районының 60-сы торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙ көсө менән боҙ ҡаласығын эшләгән.Төҙөлөш эштәре башлағада ҡар булмау сәбәпле эшселәргә ике Камаз боҙ һәм 4 Камаз ҡарҙы ситтән алып килергә тура килгән. Боҙҙан Һындарҙы эшләү өсөн эшселәр быҫҡы, ҡаҙау һурғыс һәм көрәк кенә ҡулланалар. Бөтә персонаждарҙы ла улар үҙҙәре уйлай. Төрлө әкиәт һындары, персонаждар, боҙҙан яһалған ҡәлғә. Был боҙ майҙансығын ситтән саҡырылған оҫталар түгел, ә торлаҡ хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре, урам һепереүселәр, балта оҫталары, тракторсылар эшләй. Маҡсат, маҡтаныу түгел, ә балаларға яңы мөғжизәһен, байрам кәйефен бүләк итеү, ти эшселәр.Яңы төҙөлгән майҙансыҡҡа балалар менән бергә ата-әсәләр ҙә ҡыуана. Өфөлә быйыл Яңы йылдың төп шыршыһы Ленин майҙанында һәм Конгресс-холл бинаһы янында ҡуйылды. Ике төп майҙандан тыш, ҡалғандарының барыһында ла боҙ ҡаласыҡтары төҙөләсәк.