Яңы йылды йылы көндәр менән ҡаршылайбыҙ

Тулыраҡ: Яңы йылды йылы көндәр менән ҡаршылайбыҙ

Рәсәй гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙна тирәһендә Рәсәй биләмәһендә һауа температураһының ғәҙәттәгенән 8-10 градусҡа йылыраҡ булыуы фаразлана. Был Урта диңгеҙ ярҙарынан һәм Төркиәнә йылы һауа ағымы килеүенә бәйле, ә Себер тарафтарына Азияның көнъяғынан килгән циклон тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ошо сәбәптән ҡотҡарыусылар водителдәргә юлда һаҡ булырға кәңәш итә.