Ҡырпаҡ ҡарҙары, бурандары менән яңы йыл яҡынлаша

Тулыраҡ: Ҡырпаҡ ҡарҙары, бурандары менән яңы йыл яҡынлаша

Бөтә донъялағы балалар яңы йыл менән бергә Ҡыш бабайҙы көтә. Балалар баҡсаларында үткән байрамдарҙың төп ҡунағы ла ул. Өфө ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһында үткән шыршы байрамынан әҙерләнгән репортажды ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.Һәр бәләкәс һәм һәр ата-әсә өсөн декабрь аҙағы тотошлайы менән байрамға әйләнә. Кейемдәр әҙерләү, шиғыр, йыр һүҙҙәрен ятлау, бейеү хәрәкәттәрен шымартыу. Былар барыһы ла шыршы байрамының төп ҡунағы өсөн.Ҡыш бабай янында уйнаған уйындар балалар өсөн ябай көндәгегә ҡарағанда үҙенсәлеклерәк.Театрлаштырылған байрам бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Һәр бала үҙенә тәғәйен ролде башҡара.18-се балалар баҡсаһында 2002 йылда тәүге башҡорт төркөмө асыла, 2016 йылда баҡса тулыһынса башҡорт телле балаларҙы ҡаршы ала. Шулай ҙа балалар баҡсаһы етәкселәре бер төркөмдә башҡортса таҙа һөйләшкән балаларҙы туплаған. Шуға күрә лә беҙ шаһит булған тамашала төрлө йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Иң бәләкәстәренә яңы ғына өс тулған. Ә бүләктең яҡшы нәмә булыуын улар күптән белә.Бындай байрамдарҙың тәрбиәүи һөҙөмтәһе көслө. Балалар изгелеккә, игелеккә өйрәнә, теләктәр теләүҙең мөһимлегенә төшөнә.