Был хаҡта бөгөн хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин белдерҙе.Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, яңы йылда пособиены алыуға 336 мең ғаилә дәғүә итә. Пособие балаға йәш ярым тулғансы түләнәсәк. Уның күләме төбәктә уҙған йылдың икенсе кварталында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы кимәленә 10 мең 500 һумға тиң. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Указы менән дә 2018 йылдың 1 ғинуарынан өсөнсө йәки унан һуңғы тыуған һәр балаға өс йәше тулғансы ай һайын 8 мең 993 һум аҡса түләнә башлай.
Беренсе бала тыуғанда айлыҡ түләүҙәр төбәктәргә яңы йылдың тәүге эш көндәрендә үк күсереләсәк
Тулыраҡ: Беренсе бала тыуғанда айлыҡ түләүҙәр төбәктәргә яңы йылдың тәүге эш көндәрендә үк күсереләсәк