Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Санкт-Петербургтағы сауҙа үҙәктәренең береһендә шартлау сәбәпле 13 кеше йәрәхәтләнгән. Был турала бөгөн киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әлегә билдәһеҙ кеше кеше күп йөрөгән урынға шартлатҡыс ҡуйып киткән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
  • Төмәндән 4 йәшлек Сумайя һәм 3 йәшлек Кевсар Бағдаттан Мәскәүгә ҡайтты. Уларҙың ата-әсәләре ИГИЛ ҡарамағындағы биләмәгә сығып һәләк булған. Чечня башлығы Рамзан Ҡадыров ноябрҙә үк Бағдад төрмәһендә Рәсәй кешеләре тотолоуы тураһында хәбәр иткәйне. Ғыйраҡ мәхкәмә Сумайя һәм Кевсарҙы Рәсәйгә кире ҡайтарырға ҡарар иткән.
  • Американың Пенсильвания штатында ике көн эсендә яуған ҡар автомобиль хәрәкәтен туҡтатҡан. Өлкәндәр 1958 йылдан алып бындай ҡар яуғаны юҡ ине, тип хәтерләй. Синоптиктар тәбиғәт көйһөҙлөгөн аңлап ҡабул итергә, шәхси транспорт менән юлға сыҡмаҫҡа саҡырған.