Социаль йүнәлешле хәйриә эшмәкәрлеген алып барған коммерция булмаған ойошмалар иҫәбе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә. Республикала биш меңдән ашыу ойошма граждандарҙың төрлө ҡатлам вәкилдәренә мәрхәмәтлек күрһәтә. Уларға хөкүмәт тарафынан ярҙам саралары тураһында бөгөн хәйриә эшмәкәрлеге советының сираттағы ултырышында фекер алышыу булды.Мәрхәмәтлек күрһәтеүселәрҙең үҙҙәренең дә ярҙамға мохтаж саҡтары була. Теркәлгән ойошмаларҙың яртыһы тиерлек ҡуртымға алған биналарҙа эшләй һәм байтаҡ аҡсаһын бина хужаларына түләргә һәм коммуналь хеҙмәттәргә сарыф итергә мәжбүр. Бөгөн улар хөкүмәт яғынан ҡуртым хаҡына ташламалар алыуға иҫәп тота. Коммерция булмаған хәйриә ойошмаларына финанс ярҙам маҡсатында республика етәкселеге йыл да субсидия алыуға конкурс ойоштора. Дәүләт ярҙамы федераль бюджеттан да бүленә. Республикала бөгөн хәйриә эшмәкәрлеген муниципалитеттар кимәлендә киңерәк йәйелдереү мәсьәләһе көнүҙәк.
Хәйриә эшмәкәрлеген муниципалитеттар кимәлендә киңерәк йәйелдереләсәк
Тулыраҡ: Хәйриә эшмәкәрлеген муниципалитеттар кимәлендә киңерәк йәйелдереләсәк