Өләсәйлеккә алыу

Тулыраҡ: Өләсәйлеккә алыу

Хәҙер республикала балаларҙы ғына түгел, яңғыҙ өлкәндәрҙе лә ғаиләгә алалар. Өс йәшлек Паша Надежда Кириллованы үҙ өләсәһе һымаҡ яҡын күрә. Яғымлы ғына “өләсәй” тип тә өндәшә. Ете йыл элек күршеләрендә генә яңғыҙ ҡалған инәйҙе Катковтар ғаиләһе өләсәйлеккә алған. Анастасия бик иртә әсәһен юғалта. Шуға ла яратып өлгөргән Надежда Никитичнаны “әсәй” тип йөрөтә. Уның ғаилә өсөн ярҙамы ла ҙур: балалар менән ултырып тора, ашарға бешерә, йөн ойоҡтар бәйләп кейҙерә. Надежда Кириллова кеүек яңғыҙ ҡалған өләсәйҙәр һәм олатайҙар республикала бихисап. Тап шундайҙар өсөн социаль өлкәлә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килгән. Хәҙер ғаиләләрҙең өлкәндәрҙе үҙҙәренә тәрбиәгә алыу мөмкинлеге бар.Ысынлап та, өлкәндәр, башлыса, үҙҙәренә бәхетле ҡартлыҡ теләй. Ә инде яңғыҙың көндәрҙе үткәргәнсе, яныңда ярҙам итерлек кешеләр булыуы үҙе бәхет.