Яңы йылдың ғинуар айында пенсиялар тапшырыуға бәйле үҙгәрештәр көтөлмәй

Тулыраҡ: Яңы йылдың ғинуар айында пенсиялар тапшырыуға бәйле үҙгәрештәр көтөлмәй

Был турала Рәсәй Пнесия фондының Башҡортостан буйынса идараһы рәйесе Фоат Хантимеров белдерҙе. Рәсәй почта элемтәһе хеҙмәте пенсияларҙы өсөнсө ғинуарҙан тарата башлай. Түләүҙәрҙе кредит учреждениелары аша алған пенсионерҙар ғинуар пенсияһын 12-нән алала. Бөгөн республикала пенсия түләүҙәренә 195 миллиард һум тотонола. Әлегә тиклем финанслау буйынса тотҡарлыҡтар күҙәтелгәне юҡ.