Кушнаренко районының Ҡалтай ауылы халҡы әтәс ҡысҡырыуынан түгел, ә арыҫлан ырылдауынан уяна. Шерхан исемле арыҫлан былтыр йәй бөтә республикала билдәлелек алғайны. Хәҙер инде ул үҫкән һәм йыртҡысҡа әйләнгән. Был арыҫлан беҙҙең телеканалдың “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында ҡунаҡта булғандан һуң бөтә республикала билдәлелек алғайны.Хәҙер Шерпхан кәүҙәгә үҫеп, ысын йыртҡысҡа әйләнгән.Шерхан хужаларынан башҡа бер кемде лә яҡын ебәрмәй. Ят кешеләрҙе бик яратып бармай, ти Флүр Муллаянов. Ситлектә торһала осло тырнаҡтары менән эләктереп алыуы ла ихтимал. Шерхан исемле арыҫланды ошондай махсус ситлектә тоталар. Ят кешеләрҙе ул бик үҙ итеп етмәй. Шуға ситлеккә яҡынлау хәүефле. Шулай ҙа үҙ хужаһын ул һағынып көтөп ала.Элек әгәрҙә ҡырағай бесәйҙе ашатыу өсөн ни бары 3-4 килограмм ит кәрәк булһа, бөгөн иһә уға көнөнә кәм тигәндә лә 10-12 килограмм сей ит кәрәк. Муллаяновтар ғаиләһе арыҫландан тыш хужалыҡта шулай уҡ Алабай тоҡомло эттәр һәм ожмах ҡоштары – тауистар ҙа аҫрай.Ике йөҙ килограмдан ашҡан бесәйҙе ашатыу өсөн сығымдар күп кәрәк булыуға ҡарамаҫтан, Муллаяновтар ғаиләһе, Шерхан менән бер ҙә хушлашырға уйламай. Арыҫлан улар өсөн ғаилә ағзаһы.
Кушнаренко районының Ҡалтай ауылы халҡы арыҫлан ырылдауынан уяна
Тулыраҡ: Кушнаренко районының Ҡалтай ауылы халҡы арыҫлан ырылдауынан уяна