Республикала ҡарлы ҡыш килде

Тулыраҡ: Республикала ҡарлы ҡыш килде

Синоптиктар бөгөн дә көслө ҡар яуыуы, ел тиҙлегенең секундына 15-20 метрғаса етәсәген хәбәр итә. Автоинспекция водителдәрҙе ауыл-ҡалаларҙан сығып йөрөмәҫкә саҡыра. Көслө ҡар, буран, юлдарға һырынтылар ята, автомобиль менән идара итеү ауырлаша, буран арҡаһында юл да насар күренә. Ә бына Өфө коммуналь хеҙмәттәре был ҡыштағы тәүге етди һаныуҙы лайыҡлы үтәй. Был турала бөгөн мэр Ирек Ялалов белдерҙе. “Беҙ быйыл юл-ихаталарҙы таҙартыуҙа яңы алым ҡулланабыҙ, онлайн режимында видеокүҙәтеү буйынса ҡар күп булған урындарға техниканы йүнәлтәбеҙ. Был ысул үҙен аҡлай”, — тине ул.