Иң етеҙ Ҡыш бабай

Тулыраҡ: Иң етеҙ Ҡыш бабай

Сәләмәт тормош яҡлылар һалҡын саф һауа һулап саңғыла елдерә. Башҡалала тәүге тапҡыр Ҡыш Бабайҙар уҙышы ойошторолдо. Фан ран уҙышында ҡатнашыр өсөн Ҡыш Бабай туны, күтәренке кәйеф һәм еңеү ҡомары кәрәк. Бәғзе берәүҙәргә ярышсыларҙы дәртләндереп саф һауа һулап торһа ла етә. Дим районындағы Баланово паркында саңғы уҙыштары йыш үтә. Ҡыш Бабайҙар иһә был ярыштарға беренсегә саҡырылған. Яңы йыл символы ҡиәфәте ғәҙәттәге ярыштарға байрам кәйефе бирә. Ҡыш Бабайҙарҙың да төрлө тарафтарҙан килгәне бар. Ун йәштән етмеш йәшкә тиклемге 200-ләп ярышсы бер-бер артлы стартҡа баҫа. Сатлама һалҡын ҡамасаулаусы түгел, биттәрҙе алландырып еңеү ҡомарын нығытыусы ғына. Дим район хакимиәтенең социаль-гуманитар идаралығы етәксеһе билдәләүенсә, сәләмәт тормош яҡлылар көндән-көн күберәк. Ярышта еңеүселәргә татлы күстәнәстәр менән аҡсалата бүләктәрҙе эшҡыуар, Дим районындағы сауҙа нөктәләренең береһе һәм олимпия резервын әҙерләүсе етенсе спорт мәктәбе хәстәрләгән. Баланово паркында саңғы ярыштары байрам уҙыштары менән генә сикләнмәй. Саңғыла елдерергә теләгәндәр өсөн улар ҡар миҙгеле аҙағына тиклем дауам итә.