Ҡышҡы каникул ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре күп балалы ғаиләләрҙе, ял итеү урындарында уйнаған сабыйҙарҙы Яңы йыл байрамы менән ҡотланы. Үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеүселәргә күстәнәстәр тапшырылды. Биш йыл буйы уҙғарылған был акция быйыл да уңышлы үтте. Ҡыш бабайҙың бүләктәр тултырылған тоҡсай менән килеп кереүе Ғиндуллиндар ғаиләһе өсөн көтөлмәгән байрамға әйләнде. Мөғжизәгә ышанған сабыйҙар шунда уҡ үҙҙәренең һәләтен күрһәтергә ашыҡты. Ҡышҡы каникул ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре күп балалы ғаиләләрҙе байрам менән тәбрикләй. Биш йыл дауамында барған был изге эштә әллә күпме сабыйҙар үҙ бүләктәрен алып ҡыуанды. 2018 йылдың хужаһы – эт. Үҙҙәре тоғро дуҫ аҫыраған Ғиндуллиндар ғаиләһе киләһе йылдың да уңышлы булыуына ышана. Көтөлмәгән ҡунаҡтан күстәнәстәр алып ҡыуанған балалар киләһе йылда ла үҙҙәрен яҡшы тоторға, тырышып уҡырға һүҙ бирҙе. Күп балалы ғаиләләрҙән тыш, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре Салауат Юлаев майҙанында уйнаған сабыйҙарға ла күстәнәстәр таратты. Быйыл иһә күп балалы ун ғаилә Ҡыш бабайҙан бүләктәр алып ҡыуанды. Сабыйҙарҙы мөғжизәгә ышандырыу һәм каникул ваҡытында уларҙың күңелен күтәреү — төп маҡсаттарҙың береһе.
Яңы йылға бүләк
Тулыраҡ: Яңы йылға бүләк