Кеше ғүмере һағында

Тулыраҡ: Кеше ғүмере һағында

Күбеһе өсөн бөгөн Яңы йылдың тәүге эш көнө. Ә бына ашығыс медицина ярҙамы станцияһында ял да, байрамдар ҙа юҡ. Бигерәк тә, ҡышҡы каникул осоронда уларға көсөргәнешле режимда эшләргә тура килә. Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһының Көньяҡ подстанцияһы бер туҡтауһыҙ эшләй. Байрам көндәрендә, шылтыратыуҙар бер минутҡа ла өҙөлмәне тиерлек. Сираттағы саҡырыуға “Инсульт” бригадаһы юллана. Ул ҡалала берәү генә. Тик ҡайһы саҡта ябай саҡырыуҙарға ла сығалар. Бигерәк тә, юл фажиғәләре урынына барып етеүе еңелдәрҙән түгел. Күп осраҡта автоһәүҫкәрҙәр махсус сиренаға иғтибар бирмәй, үҙ юлын дауам итә. Авария ла 30 йәшлек Дарья Коровниченко тән йәрәхәттәре ала. Уны 22-се ҡала дауаханаһына алып баралар. Ашығыс ярҙам бригадаһында табиптар бер тәүлек эшләй, ә водителдәр 12 сәғәт һайын алмашынып тора. Юлда ҡамасаулауҙары бер бәлә. Икенсеһе – ашығыс ярҙам бригадаһының саҡырылған адресҡа яҡын килә алмауы. Сөнки ҡайһы бер водителдәр машиналарын хатта юл уртаһында ҡалдырып китә. Байрам көндәрендә ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына бер тәүлектә уртаса 20 адреска сығырға тура килә. Табиптар өсөн бөтә саҡырыуҙар ҙа мөһим. Сөнки улар ҡулында кемдеңдер ғүмере.