- Ике Корея килешеү яҡлы. Бөгөн Көньяҡ Корея һәм Корея халыҡ-демократик республикаһы араһында ҡатмарлы мөнәсәббәтте яйға һалыу буйынса һөйләшеүҙәр башланған. Был ике сиктәш илдең 2015 йылдағынан һуң тәүге осрашыуы. Һөйләшеүҙәр ябыҡ режимда үтте.
- Анкара ғәҙҙәттән тыш хәл режимын оҙайта. Ул тағы ла өс айҙа һуҙылып, 2018 йылдың 19 апрелендә тамамланыр тип көтөлә. Төркиә хөкүмәте бындай ҡарарҙы 2016 йылда дәүләт түңкәрелешен иҫкәртең маҡсаты менән сығарғайны. Уға ярашлы илдә митингтар һәм ҙур саралар үткәреү тыйыла.
- Америка Ҡушма штаттары юғалтыуҙар күләмен иҫәпләй. Янғындар, һыу баҫыуҙар, ғәрәсәттәр -стихиялы бәлә ҡазалар буйынса 2017 йыл был ил өсөн рекордлы. Уларҙың зыяны 306 миллиард доллар тәшкил иткән. Үткән йыл Америка 16-нан ашыу ҙур тәбиғәт ғәрәсәтен кисергән. Урман янғындары, Мария һәм Ирма ҡойондары ғына бюджеттан 158 миллиард долларҙы юҡ иткән. Ә иң ҡиммәте — Харви тропик циклоны. Уның эҙемтеләрен бөтөрөү 125 миллард долларға төшкән.
- Иран мәктәптәрҙә инглиз һәм башҡа сит телдәрҙе уҡытыуҙы тыйған. Был тәү сиратта башланғыс класстарға ҡағыла. Ил етәксеһе әйтеүенсә, бәләкәйҙән телде өйрәнеү конбайыш мәәҙәниәтенең үтеп инеүенә булышлыҡ итә. Быға тиклем был фәндәр факультатив курстар формаһында ғына үтһә, хәҙер иһә уҡыусыларҙың был мөмкинлеге лә юҡ.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре