Йөҙйәшәр ветеран

Тулыраҡ: Йөҙйәшәр ветеран

Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөғин Кәрим улы Нуғаев 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизия составында һуғыш юлын үтә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы геройы исеменә тәҡдим ителә. Тик, төрлө сәбәптәр арҡаһында Алтын йондоҙҙо алмай ҡала. Яңыраҡ Рәсәйҙең “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте вәкилдәре ғәҙеллекте тергеҙеүҙә күп көс һаласаҡтары тураһында белдерҙе. Мөғин Кәрим улы Нуғаев яҡындарынан ғына түгел, Рәсәй Президентынан да ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итә. Йәрмәкәй районында тыуып үҫкән егет 1939-сы йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. Ә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Мөғин Нуғаев Башҡортостанға ҡайта һәм яңы төҙөлгән Башҡорт кавалерия дивизияһы менән фронтҡа китә. Ветеран Дим станцияһынан Эльба ярына тиклем яу юлы үтә. Ул Брянск, көнъяҡ-көнбайыш фронттарҙа алыша. Сталинград, Донбасс, Чернигов, Ковель, Дебальцево ҡалаларын азат итә. Мөғин Кәрим улы дошман тылында ла һуғыша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мөғин Нуғаев 1943-сө йылдың октябрендә һәм 45-се йылдың февралендә Советтар Союзы геройы исеменә тәҡдим ителә. Шулай уҡ, комаундующийҙың махсус бүләгенә лайыҡ була. Рәсәйҙең “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте вәкилдәре үҙҙәренең оло юбилейҙарын билдәләгән ветерандарҙы бөтә ил буйынса тәбрикләй. Улар Мөғин Кәрим улы күрһәткән батырлығы лайыҡлы баһаланырға тейеш, тип иҫәпләй. Ветеран төрлө ҡаты алыштарҙа ҡатнашһа ла, берҙе лә яраланмай. Ул хоҙайға рәхмәттәрен уҡый. Бер быуатлыҡ юбилейын Мөғин Нуғаев яҡындары менән билдәләй. Уны балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре ҡотлай. Һуғыштан иҫән ҡайтып, туғандарың менән бергә булыу оло бәхет, ти ветеран.