Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Альп тауҙарын ҡар баҫҡан. Бындай хәл унда 1978 йылдан бирле күҙәтелмәгән. Ике көн эсендә ике метрлыҡ ҡар ятҡан. 13 меңдән ашыу кеше Швейцария курорттарының береһендә ҡамауҙа ҡалған, бер саңғысы хәбәрһеҙ юғалған. Ҡотҡарыусылар кешеләргә өйҙәренән сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
  • Сахарала ҡар яуған. Урындағы халыҡ был үҙенсәлекле күренеште видеоға төшөрөп, интернетҡа һалған. Сахара сүллеге ер йөҙөндә иң эҫе урындарҙан һанала, уның төнъяғында ҡышҡы миҙгелдәрҙә лә һауа температураһы нольдән төшмәй.
  • Калифорнияны көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар йонсота. Штаттың быға тиклем урман янғындарынан зыян күргән округтарын һыу баҫыуы ихтимал. Властар урындағы халыҡты һауа торошоноң боҙолоу тураһында иҫкәртә.