Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Алина Әхмәтшина насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән кешеләр өсөн махсус ҡулланма уйлап тапҡан. Был эштә уға уҡытыусылары ла ярҙам иткән. Яңы әсбап ярҙамында тиҙ арала фәнни тел тарихын өйрәнергә була. Мәҫәлән, рун яҙыуҙарын һәм боронғо төрки халыҡтарҙың яҙмаларын уҡырға мөмкин. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.
Икенсе курс студенты Алина Әхмәтшина насар күрә. Уҡырға ингәс, ул белем үҙләштереүҙә ҡаршылыҡтарға осрай. Әммә, ҡыҙ бирешкәндәрҙән түгел, уның белемгә ынтылышы ҙур. Башҡорт әҙәби теленең тарихи курсы дәресендә боронғо рун һәм төрки халыҡтарҙың яҙмаларын өйрәнәләр. Ғәҙәттә, хәрефтәрҙе, өндәрҙе йә һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙып аңлаталар.
Алина Әхмәтшинаға таҡтаға яҙылғанды аңлауы ауыр. Шуға күрә, ул үҙенең ысулын уйлап таба һәм уҡытыусыһы менән уртаҡлаша. Әсбап материалды тиҙ һәм аңлайышлы өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был иһә күреү һәләте насар булған студенттарға башҡалар кеүек теманы үҙләштерергә ярҙам итә.
Методик ҡулланмала эҙмә-эҙлелекле күрһәтмә бирелгән. Мәҫәлән, тәүҙә алфавитты өйрәнергә, һуңынан һүҙҙәрҙе уҡырға һәм күнегеүҙәр эшләргә мөмкин.
Әсбап күҙ алдына килтерергә, аңларға һәм тәржемә итергә мөмкинлек бирә. Педагогия университетында ошондай 6 методик ҡуланма донъя күргән. Уларҙың икәүһе уҡыу йортонда, береһе мәктәпкә, ҡалғандары китапханаға тапшырылған. Тиҙҙән, уҡыу йортонда насар ишеткән кешеләргә лә махсус методик ҡулланма әҙерләргә уйлайҙар.