Римда “Мед-7” саммиты үтә. Унда Евросоюздың урта диңгеҙ илдәре миграция, иҡтисад, мәғариф һәм мәҙәниәт тураһындағы һорауҙарҙы күтәрә. 4-се форумда беренсе тапҡыр Франция президенты Эмманюэль Макрон ҡатнаша. Шулай уҡ, саммитта Италия, Испания, Португалия һәм Греция вәкилдәре бар.
Юғалған самолет өсөн 70 миллион доллар. Тап ошо сумманы Малазия властары дүрт йыл элек юғалған самолетты тапҡан компанияға түләргә вәғәҙәләй. Һауа судноһы 2014 йылдың мартында Куала-Лумпурҙан Пекинға осҡан ваҡытта юҡҡа сыға. Уның бортында 239 пассажир һәм экипаж ағзалары була. Самолеттың ҡайҙа булыуы һаман билдәһеҙ.
Калифорнияға килгән көслө ел һәм ҡойма ямғырҙар 17 кешенең ғүмерен өҙгән. Ҡорбандар һаны һаман арта, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа күп. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә емеректәр араһынан кешеләрҙе эҙләй.
Ер шары ирей. Гренландиялағы боҙлоҡтар менән бер рәттән, Антарктиданың да майҙаны кәмей. Мәҫәлән, 2017 йылдың ноябрендә арктик яҙ башланғас, уның боҙ япмаһы 2 миллион квадрат километрға әҙәйгән. Көньяҡ һәм Төнъяҡ ярымшарҙарҙа һауа температураһының күтәрелеүе планеталағы глобаль йылыныу тураһында һөйләй, ти белгестәр.