Михаил Гордеевтың дауалы үләндәре менән бөтә илгә билдәле предприятиеһы юҡҡа сығыу сигендә. Ғинуар башында ҙур янғын сығып үләндәрҙе эшкәртеү заводы тулыһынса янып бөттө. Ә ойошмала эшләгән йөҙләп хеҙмәткәр эшһеҙ ҡалды. Пациенттарҙы дауалауға әҙер киптерелгән үләндәр күҙ асып йомған арала көлгә әйләнеп күккә оса. Уттан ҡалған әйберҙәрҙе янғын һүндергән ваҡытта һыу юҡ итә. Тәбиғи препараттар заводын ут ялмауы тураһында хәбәр 3 ғинуар кисендә тарала. Был көндә завод санитар таҙартыуға ябылған була. Төтөн сыға башлауын тәүгеләрҙән булып дежурҙа ҡалған хеҙмәткәр күреп ҡала. Һәм янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем үҙ аллы утты һүндереп маташа. Беҙҙең менән аралашыуҙан предприятие хеҙмәткәрҙәре баш тартты. Улар әлегә төшөнкөлөк хәлендә. Янғындан һуң эш 100-ләп кешегә эшһеҙ ҡалыу хәүефе янай. Михаил Гордеев та әле һаман ҡаты шаңҡыу аҫтында. Өфө янында дарыу үләндәрен етештереүҙе ул 12 йыл элек башлағайны. Бында үләндәрҙе киптереү, таҙартыу, төргәктәргә төрөү эштәре башҡарылған. Әҙер продукция Гордеевтың 15 фитоүҙәгенә оҙатылған. Дүшәмбенән уның икеһе ябыласаҡ, сөнки янғын тауарҙың ҙур өлөшөн һәм ҡоролмаларҙы юҡ иткән. Юғалтыу 200 млн һумға барып баҫҡан. Бәхеткә, күрше бәләкәй складта 17 тонна эшкәртелмәгән үлән һаҡланып ҡалған. Улар етештереүҙе яңынан башларға һәм фитоүҙәктәрҙең эшен туҡтатмаҫҡа мөмкинлек бирә. Михаил Гордеев бөтә Башҡортостан халҡының ярҙамын һорап мөрәжәғәт итте. Бурыслы булып ҡалмаҫ өсөн, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә Михаил Викторович адрестарын ҡалдырыыуҙарын үтенә. Финанс ярҙамын күрһәтеү өсөн реквизиттар фитоүҙәктәрҙең рәсми сайтында күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта Михаил Гордеев дарыу үләндәрен етештереү өсөн яңы бина эҙләй башлаған, тик әлегә яраҡлыһы табылмаған.
Михаил Гордеев ярҙам һорай
Тулыраҡ: Михаил Гордеев ярҙам һорай